Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән
районы муниципаль район хәкимиәте
Дәүләкән биләмә-ара үҙәк
китапханаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Герб
Муниципальное бюджетное учреждение
Давлекановская межпоселенческая Центральная библиотека
муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан

Открытый просмотр литературы “Күңелдәргә изгелек яҡтым”

Юбиляры Башкортостана.
Сегодня, 28 февраля – 70-летний юбилей знаменитой поэтессы, журналиста, писателя и драматурга, члена союза писателей СССР и республики Башкортостан, лауреата премии имени Кима Ахмедьянова – Гульшат Ахметкужиной.
Она – автор более 30 драматических произведений разного жанра. Спектакли по пьесам Гульшат Ахметкужиной поставлены и ставятся на сценах Башкирского государственного академического театра им. Мажита Гафури, Сибайского драматического театра им. Арслана Мубарякова.
В 2009 году она стала обладательницей Премии второй степени в Республиканском конкурсе драматических произведений.
Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Юлдаш ауылында 1951 йылдың 28 февралендә тыуған.
Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда уңышлы тамамлай.
Оҙаҡ йылдар «Совет Башҡортостаны» республика гәзите редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. Үҙен һәләтле журналист һәм публицист итеп таныта.
Әҙәбиәткә ХХ быуаттың 80-се йылдарында килә. Фәһемле һәм хисле шиғырҙары, эстәлекле проза әҫәрҙәре, тәрән фекерле драма әҫәрҙәре менән танлыу яулай. Авторҙың лирик геройҙары эскерһеҙ һәм хискә бай булып күҙаллана. Әҫәрҙәре изге күңелле, бай ваҡиғалар менән һуғарылған, көслө рухлы һәм кешелекле шәхестәрҙе данлай, башҡаларҙы ла улар кеүек булырға өндәй.
«Юғалған хазина» (1987) китабы балаларға арнала. Унда автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, бала саҡтағы дуҫлыҡ хистәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҙенсәлекле образдар аша асып бирә.
Гөлшат Әхәмәтҡужина — утыҙҙан ашыу пьеса авторы. 2009 йылда «Әсе балан тәме» пьесаһы Башҡортостан Республикаһы кимәлендәге драма әҫәрҙәре конкурсында икенсе урын яулай.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры уның пьесалары буйынса бик күп спектаклдәр ҡуя.
Китаптары:
Көмөш ҡарҙар: шиғырҙар. Өфө: Башкнигоиздат, 1981.
Юғалған хазина. Хикәйәләр. Башкнигоиздат, 1987.
Ғүмерем таңдары: шиғырҙар. Башкнигоиздат, 1990.
Һуңлаған яҙ: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 2005.
Баланҡайҙың әсе емеше: пьесалар. Өфө: Китап, 2011.
Бетеү повестар, хикәйәләр, эсселар. Өфө: Китап, 2017 Һ.б.