Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән
районы муниципаль район хәкимиәте
Дәүләкән биләмә-ара үҙәк
китапханаһы муниципаль бюджет учреждениеһы
Герб
Муниципальное бюджетное учреждение
Давлекановская межпоселенческая Центральная библиотека
муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан

Фәрит Иҫәнғолов — башҡорт совет яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Фәрит Иҫәнғолов — башҡорт совет яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.
Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Ҡарлыманбаш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1935—1945 йылдарҙа урта мәктәптә, 1945—1949 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) уҡый. Ике йыл Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә уҡытыусы һәм завуч булып эшләй. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан китап нәшриәтендә дауам итә: 1951 йылдан мөхәррир, 1957 йылға тиклем өлкән мөхәррир вазифаһын башҡара. 1958—1960 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.
1965 йылға тиклем «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты була.
Фәрит Иҫәнғоловтоң тәүге шиғырҙары урта мәктәптә уҡыған мәлдә үк «Йәш төҙөүсе» газетаһында баҫыла башлай. Ләкин ул башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булып таныла. 1950 йылда «Ҡотлоәхмәт ҡарт» тигән тәүге хикәйәһе баҫыла. Артабан бер-бер артлы «Тәүге һынау», «Баҫҡыс», «Хәмит күпере», «Сабирҙың дуҫтары», «Нәҙекәйбил», «Быйыл йәй» һәм башҡа хикәйә, повестары донъя күрә. Әҙип шулай уҡ балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә эшләне.
1970 йылда «Арыш башағы» романы өсөн Фәрит Иҫәнғоловҡа республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә.

Китаптары[
• Тәүге һынау Балалар өсөн хикәйәләр. Өфө, 1953, 86 бит.
• Баҫҡыс. Балалар өсөн хикәйәләр. Өфө, 1954, 24 бит.
• Хәмит күпере
• Быйыл йәй
• Батырҙар утрауы. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1967, 144 бит.
• Кисеү. Повесть. Өфө, 1969, 54 бит.
• Арыш башағы. Роман. Өфө, 1970, 280 бит.